“Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә, Мәғариф һәм фән министрлығы дөйөм белем биреү учреждениелары бүлмәләрен мультимедиа комплекстары менән йыһазландырыу өсөн һайлап алыу конкурсы үткәрҙе.
Республиканың 32 мәктәбе еңеүсе тип танылды, улар иҫәбенә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы ла инде. Лицей директоры Римма Дәүләткирәева хәбәр итеүенсә, йыһаз Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бүлмәһендә урынлаштырыласаҡ.
Мультимедиа комплексы интерактив таҡта, проектор, ноутбук һәм күп функциялы яйланманан тора. Уҡыу йылы башланғансы кабинет тулыһынса йыһазландырыласаҡ һәм тест үткәреләсәк. Бындай ярҙам, һис шикһеҙ, фәнде уҡытыу сифатын яҡшыртасаҡ һәм уҡыусыларҙа уны үҙләштереүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырасак, тип өмөтләнә лицей педагогтары.