-4 °С
Болотло
Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенә лә яңы рояль һәм Kawai пианиноһы килтерелде. Шулай уҡ "Мәҙәни мөхит" төбәк проекты буйынса ла был мәктәп яңы скрипкалар, баяндар, аккордеондар, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ҡурайҙар алғайны.
Белем усағында 350-нән артыҡ бала шөғөлләнә. Улар араһында республика, халыҡ-ара конкурстар еңеүселәре булған һәләтле йәш музыканттар бик күп.