Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2020, 11:35

“Ауыл сәғәте”ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Ауыл сәғәте” тәртибендә сираттағы онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары эксперттары, тауар етештереүселәр ҡатнашты.

Кәңәшмәлә аграр аҙыҡ-түлек кластерын ойоштороу, шулай уҡ сауҙа селтәрҙәре аша урындағы продукцияны һатыуҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.

– Әлеге көн тәртибе бик мөһим. Беҙ – аграр төбәк, шуға күрә халыҡ Башҡортостан аҙыҡ-түлеген арзан хаҡҡа һатып алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығы министрлығына һәм Сауҙа буйынса дәүләт комитетына Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү осоронда күләмле йәрминкәләр ойошторған өсөн рәхмәт. Ғөмүмән, үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн даими эшләгән, яҡшы урындар булдырыу шарт.

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев Башҡортостанда 1376 федераль сауҙа селтәре магазины, 883 республика селтәр сагазины һәм 22,7 меңгә яҡын ҙур булмаған сауҙа объекты эшләүе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, дөйөм ҡулланыу күләмендә урындағы аҙыҡ-түлек тауарҙары өлөшө 30 проценттан артмай, бының сәбәбе – продукттарҙы эшкәртеү һәм һаҡлау йәһәтенән ҡеүәттәргә ҡытлыҡ.

– Бөгөн сауҙа селтәрҙәре конкурентлыҡ шарттарында эш итә. Беҙ улар менән фермерҙарыбыҙ араһында хеҙмәттәшлекте яйға һалырға тырышабыҙ, – тине вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

Тауар етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе һәм сауҙа секторын берләштергән аграр аҙыҡ-түлек кластерын ойоштороу ошо бурысты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, республика продукттар ағымын иҫәпләү буйынса берҙәм мәғлүмәт системаһына эйә буласаҡ, ауыл ерендә тоторҡло үҫеште һәм етештереү күләмен арттырыуҙы тәьмин итәсәк.

Башҡортостандағы яңы структура концепцияһы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ярҙамында төҙөлгән. Ғариза документтары Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ебәрелә. Федераль кимәлдә хупланған осраҡта, аграр аҙыҡ-түлек кластеры илдә ошондай тәүге проект буласаҡ.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов тармаҡ проекттары иҫәбенә төбәккә кластерҙы үҫтереүгә 28 миллиард һум инвестиция, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 5,6 миллиард һум йәлеп итеү ниәте тураһында һөйләне. “Байрам” сауҙа селтәре идарасыһы Павел Антипин ритейлерҙарҙың етештереүселәр менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү зарырлығын билдәләне. “Ҡырмыҫҡалы” һәм “Туймазы йәшелсәсеһе” ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре Илгиз Хәсәнов менән Марат Ғәлимов та уның фекерен хупланы.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә кластерҙы ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға төбәк ярҙамы күһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

– Республика алдында ҙур бурыстар тора. Был башланғысты хупларға әҙермен. Сентябрҙә мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға һәм эштең арауыҡтағы йомғаҡтарын тикшерергә тәҡдим итәм. Беҙ юлдың башындабыҙ, ныҡышмалылыҡ күрһәтһәк, барыһы ла уң булыр, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: