«2020-2021 уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 1 073-кә күберәк. Абитуриентҡа ҡабул итеү комиссияһына шәхсән килергә кәрәкмәй. Уҡырға инеүселәр ғаризаны һәм тейешле документтарҙы вуздарҙың сайты аша электрон формала ебәрә ала», — тине республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов «Мәғариф сәғәте»ндә.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына муниципалитеттар менән берлектә интернетҡа тоташтырылмаған ауыл абитуриенттарына вузға документтар тапшырырға ярҙам итергә ҡушты.
«Документтар биреүҙең, абитуриенттарға тест үткәреүҙең дистанция режимында ойошторолоуы һәйбәт. Республикала йәшәүселәрҙең бөтәһе лә ошо хаҡта белергә тейеш», — тине Радий Хәбиров һәм аңлатыу эшен алып барыу бурысын йөкмәтте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Фото: Яндекс