Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июнь 2020, 11:20

Республика юлдары төҙөкләндерелә

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл 2021 йылға ҡаралған эштәрҙең бер өлөшөн башлау планлаштырыла.

«Быйыл республикала 1000 саҡрымдан ашыу юлдарҙы төҙөкләндерәбеҙ, эштәр 100-гә яҡын участкала алып барыла, — тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Ҡайһы бер объекттарҙы ваҡытынан алда тапшырырбыҙ. Ярай әле, һауа торошо һәйбәт. Стәрлетамаҡтан Салауатҡа илткән автомобиль юлында, Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамында ремонт эштәре тулыһынса тамамланған, ҡабул итеү эштәре бара. Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында тиҙҙән япма түшәй башлайҙар. Әбйәлил, Асҡын, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Шаран райондарында юлдарҙы әүҙем тәртипкә килтерәбеҙ».

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл 2021 йылға ҡаралған эштәрҙең бер өлөшөн башлау планлаштырыла (Стәрлетамаҡ – Красноусол, Золотоношка – Төрөшлө– Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш — Фёдоровка, 8 Март – Алексеевка, Опто – «Йоматау» шифаханаһы, Стәрлетамаҡ – Раевка, Стәрлетамаҡ – Стәрлебаш – Фёдоровка юлдары участкаларында).

Фото: Яндекс

Читайте нас в