Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Июнь 2020, 13:40

Инфекция үҙәге асылды

Объект ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Төҙөлөш материалдарының күбеһе Башҡортостанда етештерелгән.

Өфө районында урынлашҡан “Зубов” индустриаль паркы биләмәһендә төҙөлгән яңы инфекция үҙәге асылды, ул коронавирус инфекцияһы менән сирләгән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән. Сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко, республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Яңы госпиталь бер ҡатлы, ҡурай сәскәһен хәтерләткән комплекстан ғибәрәт, тиҙ төҙөлә торған модуль конструкцияларҙан йыйылған. Бокс формаһындағы барлығы 100 палата ҡоролған. Уларҙың 82-һе - тәүлек әйләнәһенә эшләй торған бокстар, 18-е - реанимация палаталары. Үҙәктең дөйөм майҙаны – 16 мең квадрат метр, бер юлы 470 кеше дауалана ала. Комплекстың эсенә шулай уҡ диагностика, дезинфекция бүлектәре, лаборатория, дарыухана, үҙәк стерилизация бүлеге, медицина персоналы өсөн ятаҡ инә.
Объект ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә төҙөлдө. Төҙөүселәр һәм проектсылар иң алдынғы заман технологияларына, шул иҫәптән, Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында һәм Мәскәүҙә тупланған тәжрибәләргә таянған.
Төҙөлөш материалдарының күбеһе Башҡортостанда етештерелгән. Ҡуйылған ҡорамалдар иң юғары кимәлдә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Госпиталь 1 июндән ауырыуҙарҙы ҡабул итә башлаясаҡ.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас: