Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Май 2020, 12:00

Торлаҡ төҙөү өсөн социаль ярҙам алдылар

Районыбыҙҙың дүрт ғаиләһе торлаҡ төҙөү өсөн сертификаттар алды.

Торлаҡ сертификаттары “Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” яңы дәүләт программаһы ярҙамында финанслана, ул элек эшләп килгән “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” дәүләт программаһына алмашҡа былтыр йыл аҙағында раҫланған. Элеккесә, был программала ауыл биләмәләрендә – социаль өлкәлә йәки агросәнәғәт комплексы системаһында эшләүселәр ҡатнаша ала.

Дәүләт ярҙамы алыусылар араһында фермер хужалығы механизаторы, “Раевка” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы, шәкәр заводы лаборанты һәм мәктәп уҡытыусыһы бар. Торлаҡ төҙөргә теләүселәрҙең күбеһе – күп балалы ғаиләләр. Бер ғаиләлә – ике бала, икәүһендә – өсәр, ә бер ғаиләлә биш бала тәрбиәләнә.

Бүленгән сумма ғаилә ағзаларының һанына ҡарап билдәләнә. Дүрт сертификаттың дөйөм суммаһы 8 млн һумдан ашыу тәшкил итә, тип белдерҙе район хакимиәтенең торлаҡ мәсьәләләре буйынса инспекторы Зөлфиә Вәлишина.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ”Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы, республиканың 50 ауылында - газ, 40-ында һыу үткәреү ҡаралған, 1300 ғаиләгә торлаҡҡа сертификаттары тапшырыу, 150 ауылда төҙөкләндереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Читайте нас: