Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2020, 11:10

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы ремонтланған тәүге юл участкалары файҙаланыуға тапшырылды.

“Милли проектҡа ярашлы, тотош Башҡортостан буйынса 303,09 километр юлды тәртипкә килтерәбеҙ, эш 107 объектта бара”, – тине республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов. Уның әйтеүенсә, конкурс ғәмәлдәре ваҡытында үткәрелгәнгә күрә, төбәктә юл-төҙөлөш миҙгеле апрелдә үк башланды, ә уңайлы һауа шарттары эште ваҡытынан алда тамамлауға булышлыҡ итә.

Ремонт барышында 248 юл билдәһе, 1200 метр ҡойма, 23 светофор объекты ҡуйылған. Артабан 12,33 саҡрым автомобиль юлын капиталь ремонтлау, 1,96 саҡрымды реконструкциялау, 1,839 километр яңы юл һалыу планлаштырыла. Шулай уҡ өс автоматлаштырылған үлсәү контроле пунктын асыу, фотоға һәм видеоға теркәү камералары һанын 459-ға тиклем арттырыу ҡарала. Был маҡсатҡа 7324,7 миллион һум аҡса йүнәлтелә, шуның 2223 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бүленә. Быйыл республиканан ете муниципаль берәмек: Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары милли проектта ҡатнаша.

Читайте нас: