Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Май 2020, 11:05

Ипотека кредиты буйынса ставканы субсидиялау юлы менән

2020 йылдың икенсе ярты йыллығында төҙөлгән ипотека килешеүҙәре буйынса процент ставкаһын субсидиялау юлы менән ихтыяжды әүҙемләштерергә тәҡдим ителде

Башҡортостан Хөкүмәте төҙөлөш тармағына ярҙам сараларының береһе булараҡ 2020 йылдың икенсе ярты йыллығында төҙөлгән ипотека килешеүҙәре буйынса процент ставкаһын субсидиялау юлы менән ихтыяжды әүҙемләштерергә тәҡдим итте. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер Андрей Назаров белдерҙе.

Шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторына ярҙам күрһәтеү маҡсатында предприятиеларға финанс яҡтан ярҙам итеү өсөн махсус фонд булдырыу күҙ уңында тотола. Уларҙың һәр береһе буйынса мәсьәлә айырым тематик сәғәттәрҙә (сәнәғәт, төҙөлөш, инвестиция) тикшерелә.

Кризиста зыян күргән тармаҡҡа милеккә һәм ергә һалым түләүҙән азат итеү, ергә ҡуртым хаҡын кәметеү юлы һәм «ябайлаштырылған» ставка менән ярҙам күрһәтеү планлаштырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте күләме яҡынса 15 миллиард һумлыҡ иҡтисадҡа 38 дәүләт ярҙамы сараһының икенсе пакетын әҙерләне (беренсеһе менән бергә 30 миллиард һум).

Читайте нас: