Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Май 2020, 11:55

Бассейнлы спорт комплексы

Район үҙәгендә заман талаптарына ярашлы бассейнлы “Виктория” физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа инде.

Бассейн ҡаплаулы 25-әр метр оҙонлоҡтағы дүрт юлдан тора, тәрәнлеге - 1,80 метр. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған.

Комплекста, шулай уҡ, 45х25 метр ҙурлыҡтағы спорт залы бар. Унда баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол буйынса шөғөлләнергә мөмкин. Сисенеү, душ бүлмәләре, гардероб, регистратура, медицина кабинеты, буфет һәм етәкселек кабинеттары ла заманса эшләнгән һәм уңайлы. Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр.

Яңы объект төҙөлөү менән районда өҫтәмә эш урындары ла барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта штат расписаниеһы төҙөлгән. Объект тулыһынса ҡулланыуға әҙер.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемияға бәйле, әлегә беҙ бассейнлы спорт комплексын аса алмайбыҙ. Хәүеф үтеү менән ул ишектәрен асасаҡ һәм беҙ балаларҙы йөҙөүгә өйрәтеү төркөмдәре ойоштора башлаясаҡбыҙ, шулай һәр теләгән кеше һыуҙа йөҙә аласаҡ, - ти район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин.

Мәғлүм булыуынса, “Демография” милли проекты үҙ эсенә биш йүнәлеште ала, шул иҫәптән “Йәмәғәтселек һаулығын нығытыу” һәм “Спорт – йәшәү нормаһы” проекттарын да. Уларға ярашлы, илдә спорт тармағын үҫтереү, кешеләрҙе сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән бихисап эштәр башҡарыла. Бының өсөн алты йылда 3,1 триллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.

Читайте нас: