Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Май 2020, 12:35

Милли брендтарҙы сит илдәрҙә танытыу маҡсатында

План саралары дүрт этапта үтәсәк. Тәүҙә республика предприятиеларын халыҡ-ара “Хәләл” стандарттарына ярашлы сертификациялау һәм аудит үткәреү ҡаралған.

Башҡортостанда “Хәләл” продукцияһын сит ил баҙарына әүҙем сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты кәңәшмәһендә билдәле булды. Эксперттарҙың фекеренсә, милли брендтарҙы сит илдәрҙә танытыу өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ.
“Хәләл” маркаһы тауарҙары үҙ эсенә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм көнкүреш химияһын ала. Был продукцияға һәр саҡ иғтибар ҙа, ихтыяж да бар. Өҫтәүенә ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға этәргес буласаҡ. Ведомство етәксеһе Маргарита Болычева әйтеүенсә,”юл картаһы”н үтәү һөҙөмтәләре буйынса “Хәләл” продукцияһын етештереү өсөн тейешле шарттар булдырылыуына өмөт ҙур.
План саралары дүрт этапта үтәсәк. Тәүҙә республика предприятиеларын халыҡ-ара “Хәләл” стандарттарына ярашлы сертификациялау һәм аудит үткәреү ҡаралған. Аҙаҡ инвестиция проекттарын һәм Ислам банкингын үҫтереү, республика продукцияһын сит ил баҙарына сығарыу башланасаҡ.
Фото:Rbk.ru
Автор: Динә Арыҫланова.
Читайте нас: