Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Май 2020, 11:35

Аксен колледжы баҫыуҙарында – һанлы технологиялар

“Телеагроном” мониторингы системаһы ла “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә грант буйынса һатып алынған.

Йыл һайын яҙ етеү менән Аксен агросәнәғәт колледжы студенттары үҙҙәренең тәжрибә участкаһында практика үтә. Улар тупраҡты сәсеүгә әҙерләй, сәсә, баҫыуҙарҙы эшкәртә. Быйылғы йыл да иҫкәрмә булманы.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, 2020 йыл улар өсөн бик үҙенсәлекле. Битлек режимы, пандемия өсөнмө, тиерһегеҙ. Юҡ шул. Беренсенән, быйыл студенттар баҫыуға “Мәғариф” милли проектына ярашлы һатып алынған яңы техника менән сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аксен агросәнәғәт колледжы матди-техник базаны яңыртыу өсөн федераль бюджеттан бүленгән грантҡа лайыҡ булды, шул аҡсаға бында биш яңы заманса оҫтахана асылды.

Икенсенән, быйылғы сәсеү “Телеагроном” системаһы ярҙамында бара. “Телеагроном” – ауыл хужалығы культуралары ауырыуҙары үҫешен алдан күҙаллау һәм оператив мониторинг үткәреү буйынса күп факторлы система. Ябай ғына итеп әйткәндә, был үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса мобиль эксперт. Ул баҫыуҙарҙы дистанцион тикшереү мәғлүмәттәрен – тупраҡты, климатты, урындың рельефты, үҫемлектәрҙең фотоһын, баҫыуҙарҙың быға тиклемге күрһәткестәрен, уңдырышлылыҡты һәм “ауырыуҙар тарихын” тикшереүҙе ҡуллана, ошо нигеҙҙә үҫемлектәр менән эшләү буйынса үҙ тәҡдимдәрен еткерә.

Икенсе төрлө әйткәндә, был агробелгестәрҙең дистанцион ярҙамсыһы, ул үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына киткән сығымдарҙы кәметеүгә, тимәк, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, шулай уҡ тупраҡтың фитосанитар торошон, продукцияның сифатын һәм экологик хәүефһеҙлеген һәм, әлбиттә, культураларҙың уңдырышлылығын күтәреүгә булышлыҡ итергә тейеш.

- Колледжда “Телеагроном” менән эшләү ҡыш көнө үк, тупраҡ һәм орлоҡ материалдары өлгөләре анализға ебәрелгәндә һәм тәжрибә баҫыуҙарының карта-схемалары һәм рельеф үҙенсәлегенең анализдары юлдаш системалары аша алынғанда уҡ башланды. Бөгөн беҙ сәсеүҙе ойоштороу һәм юғары уңыш алыу өсөн үҫемлектәрҙе һаҡлауҙа кәрәкле саралар ҡулланыу буйынса бик күп тәҡдимдәр алдыҡ, - ти Аксен колледжының уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Салауат Тимербаев.

“Телеагроном” мониторингы системаһы ла “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә грант буйынса һатып алынған.

Тәжрибә участкаларында сәсеү эштәре тамамланған. Быйылғы кампанияла буласаҡ агрономдар, тракторсы-машинистар, ауыл хужалығы продукттарын етештереү һәм эшкәртеү буйынса технологтар ҡатнашты. Билдәле сәбәптәргә бәйле, ҡатнашыусыларҙың һаны сикле булды

Читайте нас: