Республиканың 63 муниципалитетында улар бөтәһе — 609. ЮХХДИ-ҙа камераларҙың булыуы юл-транспорт ваҡиғалары һанына туранан-тура йоғонто яһай тип иҫәпләйҙәр: быйыл мартта уҙған йылдың марты менән сағыштырғанда авариялар — 16% тиерлек, юлдарҙа үлем кимәле 47% кәмегән.
2019 йылдың авгусында «Башинформсвязь» акционерҙар йәмғиәте, дәүләт заказын башланғыс сумманан 26% түбәнерәккә — 2,375 миллиард һум урынына 1,765 миллиард һумға башҡарырға тәҡдим итеп, 609 комплекс ҡуйыу өсөн контракт алды. Бер комплекстың ҡуртым хаҡы айына — 48 295 һум. Аукциондың икенсе ҡатнашыусыһы — «Сбербанк-Сервис»1,788 миллиард һум хаҡ тәҡдим итте.
«Башинформсвязь» биш йыл дауамында системаның сервис хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә, һуңынан комплекстарҙы республика ҡарамағына тапшырырға тейеш.