Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2020, 11:35

Сабыйҙар һаулығын ҡайғыртып

Дауалау-реабилитация карауаты балаларға тыуғандан алып уникаль массаж яһарға мөмкинлек бирә.

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһына дауалау-реабилитация карауаттары һатып алынған.

Улар яңы тыуған сабыйҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм неврологик патологияларҙан яфаланған бәләкәстәрҙе һөҙөмтәлерәк реабилитациялау, балалар инвалидлығын иҫкәртеү өсөн файҙаланыласаҡ. Был эш “Асыҡ мөхит” республика программаһы сиктәрендә башҡарылған.

Дауалау-реабилитация карауаты балаларға тыуғандан алып уникаль массаж яһарға мөмкинлек бирә. Ул тирегә, мускулдарға йомшаҡ механик тәьҫир яһай, үҙәк нервы системаһына сигналдар биреүҙе ҡеүәтләй. Һөҙөмтәлә, тын алыу үҙәктәре, ҡан йөрөшө яҡшыра, нервы системаһының зыян күргән өлөштәре йүнәлә. Был карауат бәләкәстәрҙең һауығыу ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ.

Был йәһәттән “Һаулыҡ һаҡлау” һәм “Демография” милли проекттары ла граждандар тураһында даими хәстәрлек күреүҙең мөмкинлектәрен ифрат киңәйтә. Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, ҙур суммалар медицина учреждениеларын төҙөкләнде­реүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева.

Читайте нас: