Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Май 2020, 14:50

Раевка ихаталары күркәмләнәсәк

Подряд ойошмаһы ла билдәләнеп, “Инфодор-Строй” йәмғиәте менән контракт төҙөлдө.

“Башҡортостан ихаталары” республика программаһы былтыр старт алды, уның сиктәрендә Раевка ауылының Вокзал урамы, 47 һәм 49, Коммунистик урамы, 33, Переезд урамы, 1, 2 һәм Переезд урамы, 3 һәм Шафран ауылының Шифахана урамы, 5а һәм 5б йорттары алды территориялары төҙөкләндерелде.

Быйыл эштәр дауам итә. Район үҙәгендә Дуҫлыҡ урамы, 21а, 23а, 34а, 36а, 40а һәм Чкалов тыҡрығы, 1 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттар территорияларын комплекслы төҙөкләндереү планлаштырыла.

- Алдан йыйылыштар үтте, унда ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең фекерҙәре һәм теләктәре тыңланды. Улар менән мөһим эштәр исемлеге билдәләнеп, буласаҡ ихатаның дизайн-проекты раҫланды, - ти район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы белгесе Альбина Сәлихова. – Проект-смета документтары эшләнде, ул экспертиза үтеп, ыңғай һөҙөмтә алынды ла инде. Төҙөлөш-монтажлау эштәренең хаҡы 11 млн 611 мең һум тәшкил итте. Шулай уҡ подряд ойошмаһы ла билдәләнеп, “Инфодор-Строй” йәмғиәте менән контракт төҙөлдө.

Раевка ихаталары хәҙер күпкә күркәмләнәсәк. Йорт алдындағы юлдар һәм тротуарҙар киңәйтелеп, асфальт һалынасаҡ, парковкалар эшләнәсәк, бордюрҙар алмаштырыласак, эскәмйәләр, сүп сауыттары, тренажерҙар ҡуйыласаҡ, контейнерҙар өсөн урын бүленәсәк, балалар өсөн уратып алынған һәм яҡтыртылған хәүефһеҙ резина япмалы майҙансыҡтар булдырыласаҡ.

Читайте нас: