Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Апрель 2020, 11:55

«Агростартап» программаһы буйынса

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы «Агростартап» программаһы гранттары буйынса конкурста ҡатнашыуға документтар ҡабул итә.

Гранттар республика ҡаҙнаһынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына дәүләт ярҙамының башҡа йүнәлештәре буйынса ҡапланмаған сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға бирелә.

Ғаризалар 8 майға тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29. Документтарҙы Рәсәй почтаһы аша ебәрергә. Уларҙы тултырыу өлгөһө Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бирелгән.

Был эш, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото: Яндекс

Читайте нас: