Өфөлә үткән “Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” беренсе халыҡ-ара форумы сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау һәм республиканың шифахана-курорт тармағында инвестиция проекттарын үҫтереү маҡсатында хеҙмәттәшлек итеү буйынса килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа аныҡ ваҡыт режимында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “InterHealth Canada” компанияһының идаралыҡ рәйесе Эмад Эль-Дукаир һәм “IHDpay group” компанияһы вәкиле Чун Юан Чанг ҡул ҡуйҙы.
Килешеүгә ярашлы, хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып республика медицинаһының перспективалы өлкәләрен билдәләү, уларҙа инвестиция һәм ғилми-тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыу, шифахана-курорт тармағын үҫтереү, лаборатор диагностиканың заман технологияларын үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә уңайлы инвестиция климаты булдырыу тора.
"Беҙҙең партнерҙар – төрлө өлкәләрҙә инвестиция проекттары менән шөғөлләнгән алдынғы эксперттар. Был килешеүҙә беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына, һәр ваҡыт ғорурланған шифахана-курорт дауалауы өлкәһенә инвестициялар һалдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әле, пандемияның һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимының ҡасан бөтөрө ныҡлап аңлашылмаған ваҡытта, беҙ киләсәк, иҡтисад тураһында уйлайбыҙ. Эпидемиянан һуң тиҙ генә алға китеү өсөн бөгөндән бәләкәй аҙымдар яһай башланыҡ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.