Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Апрель 2020, 11:45

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты буйынса 2024 йылға ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау 45 миллиард долларға еткереү күҙаллана.

“Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 2020 йылдың тәүге кварталында республика буйынса экспортланырға тейешле 14 меңдән ашыу тонна мал аҙығын тикшергән.
Ветеринария күҙәтеүе бүлеге белгестәре 217 партия мал аҙығын тикшергән. 14424,1 тонна көнбағыш һәм сөгөлдөр һығындыһы шроты (эре тарттырылған он) Башҡортостандан Латвияға, Литваға, Нидерландҡа, Швейцарияға, Эстонияға оҙатылған.
Тимер юлы менән оҙатылған йөк барлыҡ талаптарға яуап биргән. Продукция партияһына экспорт ветеринария сертификаттары тапшырылған.
Читайте нас: