Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Апрель 2020, 13:20

“Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Эксперт идаралығына тәҡдим ителгән юл картаһын ентекле өйрәнергә ҡушты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Онлайн режимында уҙғарылған сарала ҡатнашыусылар иҡтисадҡа булышлыҡ итеүгә бюджет аҡсаһын ҡайтанан бүлеү һөҙөмтәһендә социаль объекттар төҙөү планын актуалләштереү зарурлығын, шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу сараларын тикшерҙе.

Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын яҡлау фонды генераль директоры Дамир Миңлебаев проблемалы йорттарҙы (йәмғеһе 128 объект) һалып бөтөрөү графигының үтәлеше тураһында һөйләне.

– Быйыл 26 йорт төҙөлөшөн тамамларға ниәтләйбеҙ. Меңдән ашыу өлөшсө уларҙан фатир аласаҡ, – тине ул.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Эксперт идаралығына тәҡдим ителгән юл картаһын ентекле өйрәнергә ҡушты.

Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иҡтисадҡа булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә сара күрелеүгә бәйле Адреслы республика программаһына төҙәтмәләр индереү тураһында хәбәр итте. Улар 46 физик культура һәм спорт, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеһына ҡағыла. Ҡайһы берҙәрен сафҡа индереү ваҡытын кисектереү планлаштырыла.

– Төҙөлөш-монтаж эштәре күҙалланған бер генә объект та программанан сығарылмай. Йылдар буйынса финанслау күләме генә үҙгәрә, – тине министр.

Читайте нас: