Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Апрель 2020, 11:10

Онкология үҙәге яңы шарттарға ҡулайлашты

Бәләкәй уйым ярҙамында яһалған операциянан һуң кеше тиҙерәк һауыға, йәһәтерәк аяҡҡа баҫа.

Республика онкология үҙәге үҙ эшмәкәрлеген элеккесә дауам итә. Планлаштырылған операциялар көн һайын үткәрелеп тора.

Ошо көндәрҙә хирургтар 64 йәшлек пациентҡа колоректаль яман шешкә операция яһаған. Радикаль хирургия ысулы шеште тулыһынса алып ташлау мөмкинлеге бирә. Бәләкәй уйым ярҙамында яһалған операциянан һуң кеше тиҙерәк һауыға, йәһәтерәк аяҡҡа баҫа. Яңынан киҫкен хәл тыумаһын өсөн пациентҡа химия терапияһын үтергә кәрәк.

Бөгөн республика онкология диспансерында иҫәптә 86 мең ауырыу тора, йыл һайын 13 мең тирәһе сир осрағы асыҡлана. Скрининг та элекке режимда үткәрелә, көнөнә яҡынса 50 процедура тирәһе. Илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, тәүге диагностика дистанцион рәүештә үткәрелә. Көн һайын табиптар 100-ҙән ашыу заявка ҡабул итә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, илдә онкология сирҙәрен иртә диагностикалау һәм үлем осраҡтарын кәметеү - етди мәсьәләләрҙең береһе.

Читайте нас: