Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Апрель 2020, 11:15

Республика аграрсыларына дәүләт ярҙамы

Быйыл ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә, фермерҙарға бик ҙур ярҙам күрһәтеләсәк.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы мәсьәләләре буйынса онлайн-брифинг үткәрҙе.

- Республика бюджетында был маҡсатҡа 2 млрд 371 млн һум аҡса ҡаралған булған, хәҙер өҫтәмә рәүештә тағы ла 2 млрд 75 млн һум аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Йәғни, йыл аҙағына тиклем без аграрсылар менән 4 млрд 446 млн һум аҡсаны үҙләштерергә тейешбеҙ, был былтырғыға ҡарағанда 41 процентҡа күберәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, федераль средстволар менән бергә был сумма 9 млрд 612 млн һум тәшкил итәсәк, - тип билдәләне Илшат Илдус улы. – Техника һатып алыу өсөн “Росагролизинг” программаһы ярҙамға киләсәк. Республика ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренә лимиттар юҡ, йәғни, беҙ лизингка техника һатып алыуға күпме заявка бирһәк, шул уҡ һанда аласаҡбыҙ ҙа. Бөгөн республика Ауыл хужалығы министрлығы субсидиялар алыу өсөн кәрәкле документтарҙы йыя башланы ла инде. Беҙ ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм фермерҙарҙың ғына түгел, эшкәртеүсе предприятиеларҙың да тулы мониторингын алып барабыҙ. Ошоға бәйле, көн һайын 7 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем һәм шәмбе көндө 8 сәғәттән 14 сәғәткәсә 218-06-00 “ҡыҙыу линия” телефоны эшләй.

Читайте нас: