Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Апрель 2020, 11:50

Махсус техника алыу дауам итә

Быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған

Республикала “Экология” милли проектына ярашлы урман янғынына ҡаршы көрәш һәм урман тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән махсус техника алыу дауам итә. Был турала БР Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

– “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, быйыл урман хужалығына техника һәм ҡорамалдар алыу өсөн 77,1 миллион һум бүлеү ҡаралған, шул иҫәптән урман хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 36,7 миллион һум, янғын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалы өсөн – 40,4 миллион һум, – тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Читайте нас: