Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2020, 13:30

Европа стандарттарына ярашлы

Сәнәғәт предприятиеһында был эш “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Белорет металлургия комбинаты полимер япмалы ҡорос канаттарҙың тәүге тест партияһын Силәбе металлургия комбинатына һәм “Ижсталь” предприятиеһына оҙатты. Улар кран ҡорамалдарында ҡулланыласаҡ.

Сәнәғәт предприятиеһында был эш “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

БМК металлургия комбинаттары өсөн, Европа стандарттарына ярашлы, яңы полимер япмалы канаттар етештерә. Уларҙың 24 миллиметрлыһы “Ижсталь” предприятиеһының электр ҡорос иретеү цехында мейесле крандарға урынлаштырылған.

22 миллиметрлы канаттар Силәбе металлургия комбинатының прокат цехындағы электр крандарында ҡулланыла.

Комбинат полимер япмалы канаттарҙы 2019 йылда етештерә башлағайны. Ябайҙарына ҡарағанда яңы канаттар ныҡлы һәм һығылмалы булыуы менән айырыла.

Римма Солтанова.

Читайте нас: