Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2020, 11:45

«Ер сәғәте» акцияһына әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡушылды

Йыл һайын бөтә донъя буйынса «Ер сәғәте» экология акцияһы уҙғарыла.

Акцияның маҡсаты – бер генә сәғәткә булһа ла Ер-әсәне тыныслыҡта ҡалдырыу, уны һаҡлау, ҡәҙерләү.

28 мартта үткән был акцияға әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡушылды. Урындағы ваҡыт менән 20 сәғәт 30 минуттан 21 сәғәт 30 минутҡа тиклем райондағы предприятие һәм ойошмалар биналарының тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдары бер сәғәткә һүндереп торолдо.

Әйткәндәй, әлеге акция илебеҙҙә 2009 йылдан үтә. Уҙған йылда уға 30 миллиондан ашыу Рәсәй кешеһе ҡушылған. Быйыл иһә «Ер сәғәте»ндә донъя буйынса 184 илдән, 7 меңгә яҡын ҡаланан 2 миллиардтан ашыу кеше ҡатнашҡан.

Читайте нас: