Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса ебәрергә йәки 3-15-97, 3-14-04 телефондары буйынса шылтыратып, алдан яҙылырға кәрәк.
Был кесаҙнала үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ауыл хужалығы эшмәкәрлеге алып барыу өсөн ер участкаһын арендаға биреү, бизнесты нисек башлап ебәреү процедураһы мәсьәләләре тикшерелде. Мөрәжәғәт итеүсегә документтар әҙерләү һәм башҡа һораҙар буйынса ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты вәкилдәре методик ярҙам күрһәтте.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шулай уҡ Шафран ауылында сауҙа эшмәкәрлеге алып барған шәхси эшҡыуарҙың үҙ бизнесен киңәйтеү буйынса тәҡдим иткән проекты ла ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин сауҙа майҙанын арендаға биреү буйынса тейешле структураларға аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә ҡушты.
Ултырыш аҙағында Дамир Радик улы элек үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған мәсьәләләрҙең үтәлешен дә тикшерҙе.
Мәғлүмәт район хакимиәте сайтынан алынды.