-4 °С
Болотло
Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған һәм 2019 - 2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программа торлаҡҡа мохтаж ғаиләләргә 923 фатир биреү мөмкинлеген тыуҙырҙы. Был маҡсатты ғәмәлгә ашырыуға ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум бүленә. Аҡсаның күпселек өлөшөн (1 346,87 миллион һумды) Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды бүлә, 27,48 миллион һумды республика бюджеты бирә, тағы ла 274,84 миллион һумды муниципалитеттар тәьмин итәсәк.
Бындай программа республикала беренсеһе түгел, 2013 - 2017 йылдарҙа тормошҡа ашарылған ошондай уҡ сара һөҙөмтәһендә Башҡортостандың 24,5 мең кешеһе торлаҡ шарттарын яҡшыртҡайны.