Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2020, 11:35

Эштәр тулы ҡеүәтенә бара

Ағиҙел аша күпер төҙөлөшө дауам итә, бөгөн башҡарылған эш күләме 40 проценттан ашыу тәшкил итә.

Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы алып барыла.

Яңы күпер төҙөлөшөн 2021 йылға тамамларға иҫәп тоталар.

- Эштәр тәүлек әйләнәһенә ике сменала алып барыла. Төҙөлөштө өҙөклөкһөҙ дауам итеү, темпты кәметмәү өсөн өҫтәмә техника ла йәлеп ителә, – тип билдәләне “Уралмостострой” йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса генераль директоры урынбаҫары Василий Чекуров.

Әле йылға үҙәненән башҡа төп таяуҙар тулыһынса ҡуйылған, төҙөлөш участкаһына 1000 тоннанан ашыу металл конструкция алып киленгән, уларҙы монтажлау буйынса әҙерлек эштәре дауам итә.

Эштәр яҙғы осорҙа ла туҡтамаясаҡ. Күпер төҙөүселәр әйтеүенсә, ташҡынға ҡаршы төп саралар тулыһынса тиерлек күрелгән. Бөгөнгө көндә бишенсе таяуҙы бетонлау буйынса эштәр алып барыла, был иһә яҙғы ташҡын мәлендә, һыу кимәленең күтәрелеүенә ҡарамайынса, башҡа таяуҙарҙа эштәрҙе дауам итеү мөмкинлеге бирәсәк.

Белеүегеҙсә, 688 метр оҙонлоҡтағы был күпер Ағиҙел аша һалынған “яңы” һәм “иҫке” күперҙәр араһына төҙөлә һәм автомобилдәр хәрәкәте өсөн өҫтәмә өс һыҙат барлыҡҡа килтерәсәк. Яңы күперҙәге хәрәкәт бер яҡлы, йәғни Ырымбур йүнәлешендә буласаҡ.

Фото: "Башинформ"

Читайте нас: