Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2020, 11:45

Заманса стоматология кабинеты асылды

Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тантаналы шарттарҙа стоматология кабинеты асылды.

Әлбиттә, белем усағында теш табибы бүлмәһен асыу – мәктәп өсөн сағыу ваҡиға. Быға ҙур әҙерлек эштәре алып барылған, тейешле бүлмә һайланған, ҡорамалдар һатып алынған, медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензия алынған. Һөҙөмтәлә “Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы, “Сәләмәт йылмайыу” программаһы буйынса асылған стоматология кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Бүлмә йәш пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Ҙурайғас та, ынйы кеүек тештәр һоҡландырһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.

Ошо уҡ көндө район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин шулай уҡ уҡыу кабинеттарын, мәктәп ашханаһын ҡараны, уҡыусылар, ата-әсәләр менән аралашты. Балалар өсөн әҙерләнгән меню менән танышты, аш-һыуҙың сифаты һәм уның өсөн түләнгән хаҡтың тап килеү-килмәүе менән дә ҡыҙыҡһынды.

Читайте нас в