Был маҡсатҡа 2024 йылға тиклем 26 трлн һум аҡса бүлеү ҡаралған. Мәҫәлән, “Мәғариф” милли проекты буйынса 2024 йылға тиклем белем биреү өлкәһен үҫтереүгә 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Республикала 2021 йылға тиклем мәктәпкә тиклемге балалар учреждениеларында 10 меңгә яҡын өҫтәмә урын булдырыу бурысы тора. Ә 2025 йылға мәктәптәр тулыһынса бер сменала уҡытыуға күсергә тейеш.
Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса Совет ултырышы һөҙөмтәһе буйынса Президент Владимир Путин төҙөлөш объекттарын сафҡа индереү процедураһын ябайлаштырыу тураһында күрһәтмә бирҙе. Ул милли проекттарҙы ғәмәлләштереүгә бәйле төҙөлөшкә лә ҡағыла, тип хәбәр итә Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.