Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Март 2020, 11:40

Проект йәштәрҙә яңыса мәҙәни ҡараш булдырырға ярҙам итә

Студенттар акцияла әүҙем ҡатнаша.

“Экология” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡ” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе төбәк операторы менән берлектә йәштәр экология проектын башланы. Ул “Студенттар ҡалдыҡтарҙы айырыу яғында” тип атала.

Башҡорт дәүләт аграр университетының майҙанында заманса сүп-сар контейнерҙары урынлаштырылған. Уларға ҡалдыҡтарҙы айырыу тураһында махсус билдәләр ҡуйылған. Студенттар үҙәренең миҫалында башҡаларға ла өлгө күрһәтер тип күҙаллана.

Республика тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проект йәштәрҙә яңыса мәҙәни ҡараш булдырырға ярҙам итәсәк. Сөнки студенттар акцияла әле бик әүҙем ҡатнаша.

Уҡыу йортоноң тәбиғәт менән файҙаланыу һәм төҙөлөш факультеты деканы Радик Мостафин әйтеүенсә, был проектты киң даирәгә сығарыу, республика колледждарына таратыу һәм уның һөҙөмтәһе итеп ҙур өмә итеп үткәреү күҙ уңында тотола.

Читайте нас: