Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2020, 11:15

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн

Профессиональ эшмәкәрлек, медицина технологияларын ҡуллана белеү, белгестең һуңғы өс йылдағы эш күрһәткестәре баһалана.

Башҡортостанда табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан табибы», «Башҡортостан фельдшеры» һәм «Башҡортостандың шәфҡәт туташы» тигән яңы статустар бирә башлайҙар, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
«Был статустар Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың дәүләт медицина ойошмаларында эшләгән иң яҡшы табиптарға һәм белгестәргә бирелә. Статус күкрәккә таға торған махсус билдә һәм таныҡлыҡ менән раҫлана», - тине министр урынбаҫары Ирина Кононова.
Конкурстың беренсе этабы компьютерҙа тест үткәреү рәүешендә була. Икенсе этапта профессиональ эшмәкәрлек, симуляция үҙәктәрендә медицина технологияларын ҡуллана белеү, белгестең һуңғы өс йылдағы эш күрһәткестәре баһалана. Һәр номинацияла еңеүсе Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1424156-v-bashkirii-vracham-nachnut-prisvaivat-novye-statusy/
Читайте нас: