– 2019 йылда сеймалға һәм энергетикаға ҡарамаған экспорт күләме ике миллиард долларҙан ашыу булды, был 2018 йыл менән сағыштырғанда 2,3 процентҡа күберәк, – тине Рөстәм Моратов. – Туғыҙ процентҡа экспортерҙар һаны ла артҡан. 911 предприятиеның 80 проценты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары. Уларҙың һәр икенсеһе тышҡы баҙарға беренсе тапҡыр сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәттең иҡтисади блогы муниципалитеттар менән берлектә мөмкин булған экспортерҙар эҙләү менән шөғөлләнә. Бының өсөн республикала ике тапҡырға – 40 миллион һумдан 80 миллионға тиклем – экспорт эшмәкәрлеген субсидиялау буйынса программа сиктәрендә сит илгә тауар ташыуға сығымды ҡаплау йәһәтенән өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Шулай уҡ Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Рәсәй экспорт үҙәге июндә Өфөлә “Йыл экспортеры” бәйгеһенең округ этабын үткәрергә йыйына.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.