Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март 2020, 11:20

Юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына 7 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.

Улар ҡала автобустары алыуға тотоноласаҡ. Уның яртыһын транспорт министрлығы, ҡалғанын Рәсәй лизинг компаниялары өҫтәйәсәк.

Барлығы 2024 йылдарға тиклем был маҡсатта 20 миллиард һум аҡса тотонола. Уға 20 ҡалала автотранспорт яңыртыу күҙ уңында тотола.

Рәсәй транспорт министрлығы программаны тағы киңәйтеүҙе тәҡдим итте. Ведомство белгестәре билдәләүенсә, юлдар барлығы 104 ҡалала төҙөкләндереләсәк, сағыштырмаса был төбәктәрҙә транспорт яңыртыу ҙа көн талабына әйләнә.

Шул уҡ ваҡытта бөтә төбәктәр ҙә автобустар паркын яңыртыу буйынса заявка бирмәгән. Әлеге ваҡытта барлығы илдең 85 төбәге араһында 57 ғариза бирелгән.

Читайте нас: