Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Март 2020, 12:25

"Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

Былтыр урманды тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән.

Башҡоростандың Урман хужалығы министрлығында уҙған коллегияла "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр ителә.

Коллегияла БР Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов та ҡатнашты.

- 2019 йыл тармаҡ өсөн уңышлы тамамланды. "Экология" милли проекты сиктәрендә урман тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, урман хужалыҡтарының ғына түгел, урман янғындарын һүндереү буйынса берләшмәләрҙең дә матди-техник базаһы күпкә яҡшырҙы,- тип билдәләне Илшат Илдус улы.

Әйткәндәй, былтыр урманды тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был ярҙамға 45 берәмек хужалыҡ һәм янғын һүндереү техникаһы, 265 берәмек ҡорамал һәм йыһаз алынған.

Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2024 йылға тиклем төбәк проектын тәьмин итеүгә 2,2 миллиард һум һалынасаҡ, уның 923 миллион һумы бюджет аҡсалары булһа, ҡалған саралар бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителергә тейеш. Былтыр йәлеп ителгән аҡсалар буйынса республика Волга буйы федераль округында - беренсе, Рәсәй буйынса алтынсы урында торһа, быйыл иһә ил буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелгәндәр. Сара аҙағында хеҙмәт алдынғыларына маҡтаулы исемдәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин



Читайте нас: