Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2020, 11:10

Заманса китапханалар

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 20 заманса китапхана булдырыу күҙаллана.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда моделле китапханалар төҙөү буйынса конкурс иғлан ителде.

Ғаризалар 23 марттан апрелгә тиклем ҡабул ителә. Бәйгелә республиканың бөтә ҡалалары һәм райондары ҡатнаша ала.

Уның йомғаҡтары буйынса еңеүсе яңы форматтағы китапхана төҙөү буйынса федераль ярҙам аласаҡ.

Быйыл Башҡортостанда өс моделле китапхана сафҡа инә. Благовар район үҙәгендә, Дүртөйлө районының Әсән, Туймазы районының Ҡандра ауылдарындағы китапханалар заман форматына күсерелә. Уларҙы яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Читайте нас: