Ул «Һанлы иҡтисад» милли проектының «Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар» федераль проекты сиктәрендә һанлы грамоталыҡ буйынса мониторинг алып барыу маҡсатында ойошторола.
«Һанлы диктант» ике йәш төркөмөн үҙ эсенә ала – 14 – 18 йәшлектәр, 18 һәм унан өлкәндәр. Теләүселәр онлайн тест үтеп, интернет-программалар, интернет-сервистарҙы ҡулланыу буйынса белемдәрен, компьютер грамоталығын тикшерә ала.
Былтыр «Һанлы диктант»та төрлө төбәктәрҙән 40 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Тест һөҙөмтәләре буйынса, илдә һанлы грамоталыҡтың индексы 7,15 балл тип билдәләнгән. 14 – 18 йәшлектәр, 60-тан өлкәндәрҙең һанлы грамоталығы түбән булыуы күренгән.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/anli-diktant--t-s-k-148704/