Рәсәй экспорт үҙәге 2019 йылғы эшкә йомғаҡ яһаған һәм рейтинг төҙөгән. Бында төбәктәге экспортҡа ярҙам итеү, яңы экспортҡа сығарыусылар һаны, экспортҡа ташыу күләме, география һәм башҡа күрһәткестәр иҫәпкә алынған, тип хәбәр итә Республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Был рейтингта Башҡортостан, Мәскәү өлкәһенән һәм Алтай крайынан ғына ҡалышып, өсөнсө урынды биләй. Республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 114 предприятие-ойошма экспортҡа сығарылған. Улар экспорт менән бәйле 170-тән ашыу килешеү төҙөгән.
Был үҙ сиратында Башҡортостандың экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын, шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында экспорт үҫеше”, “Башҡортостан Республикаһында экспорт хеҙмәттәренең үҫеше” төбәк проекттарының уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә мөмкин булды.
Былтыр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 641 субъект республиканың экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең хеҙмәттәренән файҙаланған. Шулай итеп, экспортҡа сығарыу өсөн ярҙам күләме 3,5 миллиард һум тәшкил иткән.