Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Февраль 2020, 11:15

Ер участкаһы урынына - 250 мең һум

Закон проекты ошо мәсьәләлә көсөргәнешлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закон проектын ҡабул итте.

Ошо закон проектына ярашлы, бушлай ер участкаһы алыу өсөн сиратта торған өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләрҙең, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән граждандарҙың һайлау хоҡуғы бар. Йәғни уларҙың ризалығы менән ер участкаһын 250 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә алмаштырырға мөмкин.

Билдәләнеүенсә, бындай сара айырыуса ҡалала йәшәүселәр өсөн көнүҙәк. Ҡала янында, ҡағиҙә булараҡ, буш ерҙәр юҡ. Закон проекты ошо мәсьәләлә көсөргәнешлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Кем теләй, ер участкаһын, кем теләй, компенсацияны һайлай.

Читайте нас: