Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Февраль 2020, 11:40

Кадрҙар үҙәге буласаҡ

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам ” милли проекты буйынса “Рәсәйҙә эш” тигән кадрҙар үҙәге төҙөлә.

Ул Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында урынлашасаҡ. Башҡа мәшғүллек үҙәктәрендә лә яйлап хеҙмәттең яңы стандарттары үҙләштереләсәк, тине республика хөкүмәте вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

“Рәсәйҙә эш” тигән моделле мәшғүллек үҙәге февраль айында уҡ Стәрлетамаҡта сафҡа инә. Шундай уҡ учреждение Өфө ҡалаһында ла асыла. Вице-премьер Ленара Иванованың билдәләүенсә, 2024 йылға яңы форматтағы биш кадрҙар үҙәген төҙөү күҙ уңында тотола.

Уның эш режимы «берҙәм тәҙрә” формаһында буласаҡ. Хеҙмәт урындарына дәғүә итеүселәр бизнес, тормош шарттарын көйләү буйынса ла ярҙамға өмөт итә ала.

Шулай уҡ үҙәккә килмәй генә дистацион формала ла ярҙам алырға мөмкин. Өфөләге һәм Сәтрлетамаҡтағы проекттарҙы финанслауға федераль ҡаҙнанан – 40 миллион, төбәк бюджетынан – 14 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Фото: Яндекс
Читайте нас: