Был башланғыс “Мега” сауҙа үҙәге һәм “ИКЕА” магазины тарафынан тормошҡа ашырылған. Пункт “Мега” сауҙа үҙәгенең урам яғындағы парковкаһында урынлашҡан.
Бында сүп-сарҙы 12 төргә бүлеп тапшырырға мөмкин: батарейкалар, лампалар, туҡыма, ҡаты пластик, быяла, ҡағыҙ, картон һәм алюмин банкалар. Икенсел сеймалдың таҙа һәм сорттарға дөрөҫ бүленгән булыуы шарт.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проекты ҡуйған талаптарҙың береһе – ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының тирә-яҡ мөхиткә һәм кешеләрҙең һаулығына кире тәьҫирен мөмкин тиклем кәметеү, сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороп, ҡайтанан эшкәртеүҙе, икенсел сеймал алыуҙы яйға һалыу.
Фото: Яндекс