Биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән гүзәл заттарҙы БР Хөкүмәте вице-премьеры Андрей Назаров ҡотланы. Ул, илебеҙҙә һәм төбәктәрҙә милли проекттарҙы бойомға ашырып, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, поликлиникалар төҙөлә, өҫтәмә белем биреү учреждениелары селтәре, балалы ғаиләләргә социаль-психологик ярҙам хеҙмәттәре һәм үҙәктәре үҫешә, был да үҙ сиратында ғаиләнең, күп балалы ата-әсәләрҙең абруйын күтәреүгә йоғонто яһай, тине.
Бөгөн төбәктә 50 меңдән ашыу ҡатын күп балалы әсә булып иҫәпләнә, һанап сығарһаң, был ҡатындар 160 мең самаһы бала тәрбиәләй.