Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, тормошта халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
- Башҡортостанда фәнни-белем биреү үҙәген төҙөү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ – илебеҙҙең терәк төбәге, республикабыҙҙың иҡтисады яҡшы үҫешкән. Нефть химияһы, машиналар төҙөү йүнәлешендәге эре предприятиелар килемле эшләй. Фәнни-белем биреү үҙәгенең тап Евразия йөрәгендә урынлашыуы һәр йәһәттән дә отошло.
Аҙна дауамында республикабыҙҙың фән һәм мәғариф учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ингән бөтәһе ун кластер буйынса әүҙем эш алып барыласаҡ.