Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Февраль 2020, 11:15

Ауылға эшкә ҡайтһаң

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Мәғариф" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Әлеге ваҡытта был грантҡа дәғүә итеүсе уҡытыусылар исемлеге билдәле, быйыл ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 педагог бер миллион һум аҡса аласаҡ. Республикала математика, инглиз теле, физика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй.
"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы буйынса 2020 йылға һайлап алыу өлөшөндә ҡатнашыу өсөн документтар 15 апрелгә тиклем дауам итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан мәғариф министрлығында.
Субсидиялар 3 йыл дауамында - 2020-2021 йылдарҙа биреләсәк. Түләүҙәр йыл һайын 1 декабргә тиклем күсеп барасаҡ.
Фото: Яндекс
Читайте нас: