Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Февраль 2020, 11:25

Милли проекттар - дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше

Милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы Рәсәй Конституцияһының үҙгәртелгән эстәлегендә лә сағылыш табырға тейеш. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина белдергән.

– Рәсәй иҡтисадына миллиардлаған һум аҡса һалына. Шуға күрә милли проекттар төп закондың дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тигән бүлегендә сағылырға тейеш, тигән депутат.

Мәғлүм булыуынса, Президент Владимир Путин, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа яңы хөкүмәттең йылдамлығы талап ителә, тип билдәләгәйне.

Шулай уҡ ул Конституциялағы үҙгәрештәр хаҡында федераль йыйылышҡа мөрәжәғәте ваҡытында белдереү яһаны. Был тәҡдимдәрҙең барыһы ла ошо йылдың яҙ айҙарында бөтә халыҡ ҡарамағына тауыш биреү өсөн сығарыласаҡ.

Фото: oryolcity.ru

Читайте нас: