Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Февраль 2020, 11:30

Һанлы технологиялар донъяһында

Республика инженерлыҡ лицей-интернатында асыҡ “Һандар дәресе” үтте, уның темаһы - “Шәхси ярҙамсылар”. Дәресте БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин үткәрҙе, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Бындай дәрестәр Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Проекттың бурысы – уҡыусылар араһында һанлы компетенцияларҙы үҫтереү һәм һөнәри йүнәлеш биреү. Дәрестәр балаларға технологияларға һәм программалауға бәйле һөнәрҙәр донъяһында дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә.

Мәғариф ведомствоһы башлығы әйтеүенсә, мәктәпте яңы техника менән тәьмин итеү генә етмәй, уны өр-яңы IT-проекттар төҙөү өсөн дә файҙаланырға кәрәк.

Дәүләт власы органдарында “Яндекс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең белем биреү башланғыстарын танытыу директоры Дмитрий Растворов уҡыусыларҙы шәхси ярҙамсыларҙың мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Балалар ярҙамсыларҙың халыҡтан килгән һорауҙарҙы нисек эшкәртеүе һәм был йәһәттән уларға ниндәй технологияларҙың ярҙам итеүе тураһында мәғлүмәт алды.

Әйтергә кәрәк, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы ғәмәлгә индерелгән “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Фото: education.bashkortostan.ru

Читайте нас: