Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин проблемалы объекттарҙы төҙөүҙе тамамлау буйынса юл картаһын бойомға ашырыу һәм өлөшсөләр менән хеҙмәттәшлек хаҡында һѳйләне.
“Һәр объект буйынса хәлде ентекләп өйрәнеү һәм раҫлауға әҙер график тәҡдим итеү өсөн 31 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм. Унан һуң бер ниндәй ҙә күсереүҙәр булмаҫҡа тейеш”, -тине Радий Хәбиров.
Марат Әхмәҙуллин социаль әһәмиәтле объекттарҙы тѳҙѳү планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, быйыл 47 бина һәм ҡоролма ҡалҡып сығырға тейеш, шул иҫәптән 27-һе - “Мәғариф” милли проектына ярашлы.
Һаулыҡ һаҡлауға ла ҡағылышлы ыңғай яңылыҡтар бар: быйыл Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы асыла. “Мәҙәни мѳхит” тѳбәк проекты буйынса республикала өс объект төҙөлә.
Физик культура һәм спорт ѳлкәһендә 12 объект барлыҡҡа киләсәк: Раевкала, Бүребайҙа һәм Шаранда физкультура һауыҡтырыу комплекстары, Өфөлә, Ермолаевкала, Федоровкала һәм Аҡъярҙа бассейндар һәм Ишембайҙа - каток.