Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2020, 11:05

«Башҡорт ихаталары» программаһы өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк

«Башҡорт ихаталары» программаһы өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк.

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 2 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Министр әйтеүенсә, программаны ғәмәлгә ашырыуға әҙерлек сиктәрендә муниципалитеттар өсөн берҙәм смета өлгөһө әҙерләнгән. Ул 1 марттан конкурс процедураларын башларға форсат бирәсәк. Подрядсы ойошмалар иһә үҙ эшен 1 майҙа башлай аласаҡ.

2020 йылда йәмғеһе 390 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Атап әйткәндә, 2600 эскәмйә, 2000 сүп-сар һауыты, ике меңдән ашыу яҡтыртыу ҡорамалдары, 573 видеокамера урынлаштырыу, 170 контейнер майҙансыҡтары булдырыу күҙаллана. Эштәр тамамланғас, бөтә төҙөкләндерелгән биләмәләр муниципаль берәмек ҡарамағына күсерелә.

Радий Хәбиров, дизайн-проекттар һәр кем өсөн асыҡ, билдәле булырға тейеш тип белдерҙе.

– Кешеләр төҙөкләндереүҙән һуң уларҙың ихаталары ниндәй буласағын алдан белергә тейеш, – тине республика етәксеһе. – 1 мартта бөтә муниципаль берәмектәр ҙә конкурс иғлан итергә тейеш. Әгәр ҙә 1 майға эштәр башланмай икән, алдан уҡ хәбәр итегеҙ, сәбәптәрен асыҡлағыҙ.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ урындағы етештереүселәр тәҡдим иткән тауарҙарға өҫтөнлөк бирергә ҡушты.

Читайте нас: