Тәүгеһе Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған “Демография” милли проекты булһа, икенсеһе – “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты.
Ун алты районда һәм ҡалала бындай сәләмәтлек үҙәге юҡ. Былтыр уҡ республика Башлығы Радий Хәбиров физкультура-спорт комплекстарын төҙөү программаһын эшләргә ҡушҡайны. 2020 йыл башынан был программа тормошҡа ашырыла башланы.
Ошондай тәүге спорт комплекстары Ҡырмыҫҡалы районында һәм Межгорье ҡалаһында төҙөләсәк. Быйыл яҙ унда эштәр башланасаҡ. Дыуан районындағы ошондай объект эргәһендә боҙ майҙансығы ла хасил буласаҡ. Әле Архангел, Дыуан райондарында һәм баш ҡалалағы Шакшала физкультура-сәләмәтләндереү үҙәктәре проекттары эшләнелә.
Фото: pixabay.com