Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2020, 11:20

“Һанлы сәғәт” үтәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, быға тиклем уҙғарылып килгән тематик сәғәттәргә өҫтәп, “Һанлы сәғәт” үтәсәге тураһында белдерҙе.

Республика етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикинға ошо башланғысҡа бәйле бурыс ҡуйҙы.

"Әйҙәгеҙ, тағы ла бер махсус йүнәлешле сәғәт үткәрәйек, ул “Һанлы сәғәт” буласаҡ. Беҙ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Әммә иҡтисадтың үҫешен тәьмин итәсәк мөһим тармаҡтарҙың береһе – һанлаштырыу, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бындай эш форматына беҙ киләһе аҙнанан күсәбеҙ. Көн тәртибен төҙөгөҙ, ябай, аңлайышлы күренештәрҙән башлағыҙ. Был йүнәлештә алға киткән Рәсәй субъекттарынан өйрәнергә кәрәк. Беҙ киләсәк хаҡында уйларға тейешбеҙ".

Фото: glavarb.ru

Читайте нас: