Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Февраль 2020, 11:10

Тыуымды арттырыу маҡсатында

Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында демографияны яҡшыртыу мәсьәләләре ҡаралды һәм 2020-2024 йылдарҙа тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән системалы сараларҙың ойоштороу планы раҫланды.

2018 йылда республикала 47010 бала тыуған, был 2017 йылға ҡарағанда 2305-кә аҙыраҡ. 2019 йылдың 11 айында 38690 бала донъяға килгән. Был 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 4720 балаға аҙыраҡ.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо күрһәткес буйынса республика түбән кимәлдә, шуға күрә беҙгә был мөһим бурысты үтәргә – тыуым кимәлен күтәрергә кәрәк, – тине вице-премьер Андрей Назаров.
Республиканың вице-премьеры – Ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, ведомство балалыҡты һәм әсәлекте хәстәрләү буйынса “юл картаһын” әҙерләгән, программа дүрт өлөштән - “Сәләмәтлек”, “Миграция”, “Инфраструктура”, “Мәғлүмәти эш” бүлектәренән тора. Беренсенән, йәштәр сәләмәтлегенә айырым иғтибар бирелә. Икенсенән, беҙҙең республикаға ситтән студенттарҙы йәлеп итеү һәм үҙебеҙҙең йәш белгестәрҙе Башҡортостанда ҡалдырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Өсөнсөнән, ауылда уңайлы тормош өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу һәм халыҡты социаль программалар, проекттар менән таныштырып барыу бурысы ҡуйыла.
Шулай уҡ, ярҙамсыл репродуктив технологиялар (ЭКО), эмбриондарҙы криокүсереү һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы абортҡа тиклем консультациялау өсөн ҡаҙнанан 83,2 миллион һум аҡса бүленәсәк. Йәш парҙарҙы медицина тикшереүе үткәреү өсөн дә саралар күреләсәк.

Ғөмүмән, “Демография” милли проекты ла әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау йәһәтенән күп сараларҙы үҙ эсенә ала. Сөнки илдәге демографик хәл менән дәүләтебеҙҙең киләсәге туранан-тура бәйле.

Фото: Яндекс

Читайте нас: